Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ

Просмотров: 1223

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Батыр. Аҡай Күсемовтың атаһы. К.Т. керҙәшлек хоҡуғында Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары ерҙәрен файҙалана. 1707 й. Алдар м‑н берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғалары баш күтәреүселәренә етәкселек итә. Окт. Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы тирәһендә К.Т. һәм Алдарҙың баш күтәреүселәр ғәскәре П.И.Хохлов етәкс. Өфө полкын тар-мар итә. 1708 й. башында К.Т. отряды (2 меңгә яҡын кеше) Илбаҡты монастырын баҫып ала, Ҡазан губернаһы Ҡазан провинцияһы Алабуға а. ҡамай. 1709 й. башында ихтилалдан ситләшә, мартта Ҡазан губернаторы вәкилдәре м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. К.Т. башҡ. фольклоры әҫәрҙәре бағышланған.

Әҙәб.: Аҡманов И.Ғ. ХVII быуатта — ХVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998.

И.Ғҡманов

Тәрж. В.Х.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023