Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 831

МӘҒЛҮМӘТИ ҮЛСӘҮ СИСТЕМАҺЫ, контролдә тотолған объекттан тейешле мәғлүмәтте автоматик рәүештә туранан-тура алыу, күҙгә күренерлек итеү, уны теркәү һәм электрон хисаплау машиналарында эшкәртеү өсөн булған үлсәү, хисаплау саралары һәм тейешле матем. тәьминәт комплексы. Башҡа үлсәү сараларынан үлсәнә торған физик дәүмәлдәренең күплеге, үҙенең ҡатмарлы һәм күп функциялы, арауыҡта ныҡ таралған булыуы м‑н айырыла. М.ү.с. сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында һәм ғилми тикшеренеүҙәр үткәргән ваҡытта технологик процестарҙы контролдә тотоу өсөн һәм башлыса операторҙың ҡатнашыуы кәрәкмәгән йәки бөтөнләй мөмкин булмаған урындарҙа файҙаланыла. Башҡортостанда аэрокосмос һәм оборона өсөн тәғәйенләнгән М.ү.с. Авиация техник университетында — 1975 й., геофизика һәм нефтехимия өсөн Нефть техник университетында 1984 й. булдырыла. 1992 й. башлап “Пилот” техник системалар ҒТИ‑нда скважиналарҙы быраулау процестарын контролдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән М.ү.с. уйлап табыу б‑са эш алып барыла; улар БР, Сахалин һәм Камчаткалағы ятҡылыҡтарҙа ҡулланыла. 1999 й. алып “Грант” ҒПБ‑нда нефть һәм газ ятҡылыҡтары ҡатламдары продуктлылығының газогидродинамик параметрҙарын тикшереү һәм контролдә тотоу, 2002 й. — “Геофизика” ғилми-производство фирмаһында быраулау процесын контролдә тотоу өсөн (“Леуза 2” быраулау пульты) тәғәйенләнгән М.ү.с. уйлап табыла һәм етештерелә. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә М.ү.с. эшләү өсөн МК‑АГЗУ (2001 й. башлап), МК‑ЭПУ (2002 й. алып) һ.б. идара итеү станциялары сығарыла, улар “Урайнефтегаз”, “Башсибнефть” НГДУ‑һы, “Уфаводоканал” пр‑тиеларында һ.б. файҙаланыла.

Әҙәб.: З а и к о А.И. Точность аналоговых линейных измерительных каналов ИИС. М., 1987; К о в ш о в Г.Н., К о л о в е р т н о в Г.Ю. Приборы контроля пространственной ориентации скважин при бурении. Уфа, 2001. 

А.И.Заико

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: