Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ

Просмотров: 1302

КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ (? — 1738 й. сент., Ырымбур ҡ.), 1737—38 йй. башҡ. ихтилалы [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорто. Батыр. 1737 й. яҙында Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Себер даруғаһында һуғыша. Йәйен К.С. отряды (300‑гә яҡын кеше) Ҡазан даруғаһында, Өфө һәм Табын ҡәлғәһе янында хөкүмәткә тоғро старшиналарға, көҙөн Рысай Иғембәтов һәм Сәйетбай Әлкәлин отрядтары (бөтәһе 1 мең кеше) м‑н берлектә Нуғай һәм Себер даруғаларында Л.Я.Соймонов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1738 й. апр. ихтилалға ярҙам күрһәтеү т‑да Кесе ҡаҙаҡ йөҙө ханы Әбелхәйер м‑н һөйләшеүҙәр алып бара. Һуңыраҡ В.Н.Татищев тарафынан Ырымбурҙа ҡулға алына. Язалап үлтерелә.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019