ҠОТОҠАЙ, ихтилал етәксеһе
866
ҠОТОҠАЙ, 1735—36 йй. ихтилал етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорто. Батыр. 1736 й. йәйенә тиклем Себер даруғаһында һуғыша. Июлдә баш күтәреүселәр төркөмө м‑н В.Н.Татищевҡа ғәйебен танып килә. Авг. тиклем баш күтәреүселәр м‑н Татищев араһындағы һөйләшеүҙәрҙә аралашсы булып йөрөй. Авг. алып баш күтәреүселәр отрядына (1,5 меңгә яҡын кеше) етәкселек итә, Таймаҫ Шәимов һ.б. м‑н берлектә Урал аръяғында һуғыша. 1736 й. аҙ. әсирлеккә эләгә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: