КӨСӨКБАЙ
1454
КӨСӨКБАЙ (?—18.8.1755), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Батыр. 1755 й. авг. Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улустары кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. К. етәкс. баш күтәреүселәр башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлгән заводтарҙы ҡыйрата, Покровка заводын яндыра, Преображенск заводын туҙҙыра. Йылайыр ҡәлғәһе янында һуғышта К. отряды Шкапский етәкс. хөкүмәт командаһын ҡыйрата, үҙе һәләк була.
Әҙәб.: Чулошников А.П. Восстание 1755 г. в Башкирии. М.; Л., 1940.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.12.2024
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: