Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМОРАТОВА Наилә Мәүлитйән ҡыҙы

Просмотров: 1239

ИШМОРАТОВА Наилә Мәүлитйән ҡыҙы [28.9.1954, БАССР-ҙың Ҡандра р-ны Бикмәт а. (БР-ҙың Туймазы р-ны)], химик. А.х. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2010). БДУ- ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия ин‑тында эшләй: 1994 й. алып — өлкән, 2007 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре бөжәктәрҙең түбән молекуляр биорегуляторҙарын (феромон һәм ювеноидтарын) синтезлауға, ауыл һәм урман хужалыҡтарында ҡулланыу өсөн уларҙың препаратив формаларын уйлап табыуға арналған. И. тарафынан бал ҡортоноң синтетик юл м‑н алынған метаболиттары нигеҙендә умартасылыҡ һәм ветеринария өсөн препараттар сығарыуҙың фәнни йүнәлеше билдәләнә һәм үҫтерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Монотерпеноиды в химии оптически активных феромонов насекомых. М., 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: