Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы

Просмотров: 1752

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы (1.2.1901, Стәрлетамаҡ ҡ. — 23.3.1971, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Өфө халыҡ мәғарифы институтын тамамлаған (1928). 1919 й. алып БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны (БР‑ҙың Белорет районы), Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡҡ. мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1921—22 йй. БАССР‑ҙың Мәғариф ХК инструкторы. 1928 й. башлап К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтында: 1932 й. алып химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта химия бүлеге мөдире, 1934 й. — тәбиғәт белеме һәм география факультеты деканы, 1953 й. — уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор. 1957 й. алып БДУ‑ла: химия кафедраһы мөдире, 1964—70 йй. фәнни эштәр буйынса проректор. Фәнни‑педагогик эшмәкәрлеге Башҡортостанда халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, химия буйынса дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуға, уларҙы башҡ. теленә тәржемә итеүгә, квалификациялы химия белгестәре әҙерләү проблемаларына арналған. И. — тәүге латинса-урыҫса‑башҡ. химик реактивтар һүҙлеген (1934), урыҫса‑башҡ. химик терминдар һүҙлеген (1950) төҙөүсе. Республика Ғалимдар йорто идараһы рәйесе. БАССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

А.И.Ишмөхәмәтов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.07.2022
Связанные темы рубрикатора: