Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАГАН Анри

Просмотров: 1118

КАГАН Анри (15.12.1930, Булонь-Бийанкур, Франция), химик‑органик. Филос. д‑ры (1960). Франция ФА‑ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1991), БР ФА‑ның (2002), Польша ФА‑ның (1994) сит ил ағзаһы. Париж ун‑тын (1954) һәм Милли юғары мәктәпте (Париж, 1954) тамамлаған. 1962—67 йй. Францияла колледжда, бер үк ваҡытта 1965 й. Техас ун‑тында (Остин ҡ., АҠШ) эшләй. 1967 й. алып Париж—Юг (Орсе ҡ.) ун‑тында ассистент‑проф., 1973 й. — проф., 1968 й. — ғилми төркөм етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре стереохимия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. тәүгеләрҙән гелицендарҙы циркуляр полярлаштырылған нурҙар ярҙамында асимметрик синтезлай, планар хираллеккә эйә ферроцендар һәм бидентат хираль дифосфиндарҙың асимметрик синтезында файҙаланырға тәҡдим итә, асимметрик катализда тура булмаған эффекттар концепцияһын теоретик яҡтан нигеҙләй һәм үҫтерә. Бер электронлы ҡайтарыусы — самарий дииодидын һәм сульфидтарҙың третбутил гидропероксиды ярҙамында сульфоксидтарға энантиоселектив окисланыуын тикшереү практикаһына индергән.

 

Хеҙм: Stereochemistry: Fundamentals and Methods. Stuttgart, 1977. Vol. 1,3 (авторҙ.); Organic Stereochemistry. London, 1979.

М.С.Мифтахов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0