Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАДМИЙ

Просмотров: 1503

КАДМИЙ (Cadmium), Cd, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫтәге йомшаҡ, сүкелеүсән, һуҙылыусан металл; tиреү 321,1°С, tҡайнау 766,5°С, тығыҙлығы 8650 г/см3. К — юғары кимәлдә үткәргес, диамагнит. Дымлы һауала һаҡлаусы оксид плёнкаһы м‑н ҡаплана, бүлмә т‑раһында органик булмаған к‑талар, галогендар м‑н тәьҫир итешә. К. парҙары һәм уның берләшмәләре ағыулы, тамаҡты ҡороштора, ҡоҫтора, нервы системаһын фалижлай (ПДК 0,1 мг/л). Башҡ‑нда К. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары мәғдәндәрендә бар (0,01%‑ҡа, һирәгерәк 0,1%‑ҡа тиклем), ш. уҡ республиканың көньяҡ-көнсығыш баҡыр-кобальт ятҡылыҡтары мәғдәндәрендә, баҡырлы ҡомташтарҙа табылған. К. башлыса эйәрсән продукттарҙы көкөрт к‑таһы эретмәһе йәки ҡулланылыштан үткән цинк электролиты м‑н һелтеһеҙләндергәндән һуң, цинк туҙаны м‑н ултыртып йәки электролизлап айырған саҡта, цинк концентраттары составында алалар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу ф‑каһы ҡалдыҡ һаҡлағыстарында 1396 т (2007), Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинатында — 2696, Бүребай таубайыҡтырыу комбинатында — 26 т К. йыйылған (ҡара: Техноген ятҡылыҡтар). “Унипромедь” ААЙ (Екатеринбург ҡ.) тарафынан “Уралзолоторазведка” (Өфө) Урал комплекслы геологоразведка экспедицияһы м‑н берлектә буш тау тоҡомдары өйөмдәренән һәм мәғдәнде байыҡтырыу ҡалдыҡтарынан К. айырып алыуҙың комбинирланған ысулдары тикшерелә: биоокислау һәм электроимпульслы технология м‑н (Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты) йәки биоокислау һәм флотация ярҙамында яңынан таҙартыу (Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комб‑ты). 2006 й. “Маггеоэксперт” ЯАЙ (Магнитогорск ҡ.) тарафынан Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑ты м‑н берлектә ғилми‑тикшеренеү эштәре башҡарыла һәм кондицияһыҙ мәғдәндәр һәм байыҡтырыу ҡалдыҡтарын (Учалы тау-байыҡтырыу комб‑ты, Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комб‑ты, Бүребай тау-байыҡтырыу комб‑ты) сәнәғәт күләмендә файҙаланғанда К. (башҡа ҡиммәтле компоненттар м‑н бергә) һелтеһеҙләндереүҙең продуктив эретмәләренә айырып алыу, һуңынан ион алмаштырыусы ыҫмалаларҙа концентрирлауҙың маҡсатҡа ярашлылығы нигеҙләнә.

В.Н.Майстренко, А.В.Чадненко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: