Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЗАКОВ Валерий Петрович

Просмотров: 1050

КАЗАКОВ Валерий Петрович (11.7.1934, Алыҫ Көнсығыш крайының Владимир‑Александровка а. — 6.8.2010, Өфө ҡ.), физик‑химик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Ленинград университетын тамамлағандан һуң (1957) СССР ФА Археология институтының Ленинград бүлексәһе һәм В.Г.Хлопин исемендәге Радий институтының берләштерелгән радиоуглеродтар лабораторияһында, 1960—68 йй. СССР ФА Себер бүлексәһенең Органик булмаған химия һәм Йылылыҡ физикаһы институтында (Новосибирск ҡ.) эшләй. 1970 й. алып Органик химия институтында (Өфө ҡ.) лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1987—93 йй. РФА‑ның Өфө фәнни үҙәге Президиумы рәйесе урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге алтын, платинаның комплекслы берләшмәләрен, ауыр металдар эретмәләре радиолюминесценцияһын тикшереүгә арналған. К. тарафынан трансуран элементтарҙы регистрациялаусы тәүге һыулы сцинтиллятор уйлап табылған. Сәнәғәт объекттарында урандың үтә аҙ миҡдарын, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте бысратыу кимәлен билдәләүсе ысул нигеҙендәге уран менән ксенондың реакцияһы хемилюминесценцияһы асылған. К. тарафынан РФА-ның И.В.Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты (Мәскәү ҡ.) хеҙмәткәрҙәре менән берлектә атом реакторында ядро яғыулығы етештереү кимәлен дистанцияла диагностикалау өсөн антинейтрино детекторы уйлап табылған. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән (2002).

Хеҙм.: Хемилюминесценция уранила, лантаноидов и d‑элементов. М., 1980;  Низкотемпературная хемилюминесценция. М., 1987 (авторҙ.); Химия и хемилюминесценция диоксиранов. М., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Ф.А.Вәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022