Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМ, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 966

ИБРАҺИМ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем-Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 50 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 366 кеше; 1920 — 477; 1939 — 554; 1959 — 430; 1989 — 394; 2002 — 372; 2010 — 340 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Кәлсер-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1743 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Айытҡол, Хисаметдин һәм Әбйәлил Ибраһимовтар билдәле. 1795 й. 40 йортта 242 кеше йәшәгән, 1865 й. 45 йортта — 288 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында урман кәсептәре к¢рһºтелгºн. 1920 й. Оло Ибраһим (Аллағыуат) булараҡ теркәлгән. 70‑се йй. башынан, Кесе Ибраһим а. (1896 й. алып билдәле) м‑н ҡушылғандан һуң, хәҙ. исемен йөрөтә. Ш.Ғ.Насиров, Р.С.Әбделмәнов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019