Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАНТОР Евгений Абрамович

Просмотров: 741

КАНТОР Евгений Абрамович (19.2.1946, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1977 й. алып тармаҡ лаб. мөдире, 1986 й. — физика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре туйындырылған гетероциклик берләшмәләр — 1,3‑диоксациклоалкандар, уларҙың аналогтары һәм сығарылмалары химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәргә, органик берләшмәләр һәм уларҙың ассоциаттары үҙенсәлектәрен моделләштереүгә, ш. уҡ һыу әҙерләү һәм һыу таҙартыу процесында экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған. К. етәкс. перспективалы коррозия ингибиторҙары, флотореагенттар, пластификаторҙар, полимерҙарҙа яҡтылыҡ тәьҫирен тотороҡландырыусылар, биол. актив берләшмәләр (бактерицидтар, фунгицидтар, үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәр, вирустарға ҡаршы препараттар) эшләнгән. 900‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 100 уйлап табыу авторы. 

Хеҙм: Химия и технология 1,3‑диоксациклоалканов. М., 1979. (Итоги науки и техники. Серия: Технология органических веществ; т.5) (авторҙ.); Химия ортоэфиров. М., 1986 (авторҙ.) (Итоги науки и техники. Серия: Технология органических веществ; т.11).

М.Ғәфәров

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019