Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

Просмотров: 981

ИБРАҺИМ, Өмөтбай, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай.Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.-Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 406 кеше; 1920 — 360; 1939 — 249; 1959 — 373; 1989 — 198; 2002 — 223; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Хвалын урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Хәлил Ибраһимов билдәле. 1795 й. 18 йортта 110 кеше йәшәгән, 1866 й. 51 йортта — 301 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: