Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ

Просмотров: 1172

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ, дөйөм формулаһы RCOOH булған органик кислоталар, R — органик радикал, СООН — карбоксил төркөмө. Карбоксил төркөмдәренең һаны б‑са моно‑, ди‑ һәм поликарбон, углеводород радикалы оҙонлоғо б‑са — түбән (С1—С6) һәм юғары (С6‑нан артығыраҡ; ҡара: Синтетик май кислоталары), радикал структураһы б‑са — тармаҡланмаған һәм тармаҡланған, туйынған һәм туйынмаған, урын алыштырылмаған һәм алыштырылған (аминокислоталар, окси‑ һәм галогенкарбон к‑талары, альдегидо‑ һәм кето‑ кислоталар һ.б.) к‑таларҙы айыралар. К.к. гидроксил төркөмдәре (амидтар, ангидридтар, пероксикислоталар, эфирҙар һ.б.) һәм карбонил төркөмдәре (тион, имино‑, гидроксам к‑талары һ.б.) б‑са сығарылмалар барлыҡҡа килтерәләр. Ирекле хәлдә ҡайһы бер үҫемлектәрҙең емештәрендә (ҡара: Тәбиғи кислоталар), хайуандарҙың бүлендектәрендә була, майҙар, эфир һәм үҫемлек майҙары, балауыҙҙар составына инә. Түбән К.к. — зәһәр еҫле, юғары т‑рала ҡайнай торған, һыуҙа эреүсән, аҙ әселек үҙсәнлектәренә эйә булған шыйыҡсалар. Юғары К.к. — һыуҙа эремәй торған кристаллик матдәләр. К.к. нуклеофил урын алыштырыу, ҡайтарылыу, окисланыу реакцияларына инә. К.к. матдәләр алмашыныуында ҙур роль уйнай. Ҡайһы бер К.к. физиол. активлыҡ күрһәтә: ҡуҙғалаҡ к‑таһы дөйөм ағыулау, ә К.к. сығарылмалары, мәҫ., хлорангидридтар, ярһытҡыс тәьҫиргә эйә. Башҡортостанда К.к. сығарыу 20 б. 50‑се йй. аҙ. Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) башланған; олеин, пальмитин, стеарин к‑таларын һәм уларҙың тоҙҙарын, ш. уҡ уксус (ш. иҫ. “боҙ” уксус) к‑таһы сығарғандар. “Каустик” ААЙ-ның фәнни-техник үҙәгендә СССР ФА‑ның Элементорганик берләшмәләр ин‑ты, Р‑6878 почта йәшниге пр‑тиеһы м‑н берлектә α‑тармаҡланған монокарбон к‑талар (ВИК‑И, ВИК‑М маркалы) алыу технологияһы уйлап табыла, 70‑се йй. аҙ. алып ш. уҡ пр‑тиела уларҙы етештереү башлана. 80‑се йй. ӨНИ эргәһендәге “Уфареактив” аҙ күләмле хим. продукттар һәм реактивтар эксперименталь‑тәж. з‑дында гәрәбә к‑таһын сығарыу ойошторола. К.к. органик синтезлауҙа, полимерҙар, пластификаторҙар, биологик актив матдәләр, өҫкә йөҙҙә актив матдәләр, синтетик буяуҙар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла.

В.Н.Одиноков, Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: