Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ КАУЧУК

Просмотров: 1132

ТӘБИҒИ КАУЧУК, (C5H8)n составлы юғары молекулалы углеводород, изопрендың полимеры булараҡ ҡарала. Каучуклы үҫемлектәрҙең (башлыса бразилия гевеяһы) һөт һымаҡ һутында йәки уларҙың ҡабығы һәм япраҡтарының күҙәнәктәрендә айырым ҡушымта сифатында бар. Т‑ра ‑70°С булғанда һығылмалылығын юғалта, 80°С ирей башлай. Майлы һәм ароматик углеводородтарҙа һәм уларҙың сығарылмаларында (бензол, хлороформ, көкөртлө углерод һ.б.) ҡуйы эретмәләр барлыҡҡа килтереп эрей. Һыуҙа, этил спиртында, ацетонда эремәй. Кислород, водород, галогендар һ.б. м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеп ныҡлығын һ.б. үҙенсәлектәрен үҙгәртә. Көкөрт м‑н тәьҫир итешкәндә вулканизация күҙәтелә. Юғары һығылмалы, һыу һәм газ үткәрмәүсән, агрессив мөхиткә тотороҡло, юғары электр изоляциялау үҙенсәлектәренә эйә. Башҡ‑нда 1936 й. Башҡ‑н каучуклы үҫемлектәрҙе беренсел эшкәртеү һәм контрактация тресы (“Расткаучук” тресы) базаһында күк һағыҙ үҫтереү б‑са агрономик һ.б. сараларҙы, сеймал һәм каучуклы үҫемлектәрҙең орлоғон әҙерләүҙе контролдә тотҡан Башҡ‑н “Главрасткаучук” контрактация‑әҙерләү контораһы булдырыла. 30‑сы йй. аҙ. алып БАХИ‑ның үҫемлектәр физиологияһы каф. Б.М.Сәхәүетдинов етәкс. күк һағыҙ биол. һәм агротехникаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Б.В. һуғышы йылдарында Бөрө ҡ. Бөтә Союз каучук һәм гуттаперча ҒТИ, Курск каучуклы үҫемлектәр ғилми‑тикшеренеү станцияһы эвакуациялана; Украина ССР‑ы ФА‑ның Биохимия ин‑ты хеҙм‑рҙәре тарафынан күк һағыҙ культураға индерелә, уны үҫтереүҙең агробиологик технологияһы эшләнә. 1942 й. күк һағыҙ 18 районда үҫтерелә (сәсеү майҙаны 6993,6 га), 5941 ц тамыр һәм 15836 кг орлоҡ йыйыла, уларҙың бер өлөшө з‑дтарға эшкәртеүгә ебәрелә. Черниковскиҙа Мәскәү һәм Ливны ҡҡ. эвакуацияланған “Натуркаучук” з‑дында респ. терр‑яһында үҫтерелгән күк һағыҙҙан Т.к. эшкәртеү ойошторола. 1943 й. контрактация-әҙерләү контораһы составына ш. уҡ Балаҡатай каучук совхозы инә (В.А.Литман етәкс. үҫтерелә). 1953 й. синтетик каучук етештерелә башлағандан һуң Башҡ‑н “Главрасткаучук” контрактация‑әҙерләү контораһы ябыла, “Натуркаучук” з‑ды резина автомобиль покрышкаларын яңыртҡан Өфө регенерат з‑дына үҙгәртелә. Т.к. — дөйөм тәғәйенләнешле каучук, шиналар (яҡынса 60%), резиналар һәм резина‑техник изделиелар (транспортёр ленталары, привод ҡайыштары, еңдәр, амортизаторҙар, тығыҙлауғыстар, санитар‑гигиена, мед., аҙыҡ‑түлек, спорт өсөн тәғәйенләнешле резиналар һ.б.), елем, эбонит, электр изоляциялау материалдары етештерер өсөн ҡулланыла.

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: