Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЕМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 716

ИСЕМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 143 кеше; 1920 — 111; 1939 — 89; 1959 — 499; 1989 — 717; 2002 — 823; 2010 — 708 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Ырымбур өйәҙе Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып билдәле). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Итҡабул һәм Байыш Исемовтар билдәле. 1866 й. 31 йортта 115 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, лай уҡ Башҡ. Исеме булараҡ теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. ҡарай И. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Иҫке Исем (Урыҫ Исеме) а. ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: