Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСКӘНДӘР, Дәүләкән р-нындағы ауыл

Просмотров: 881

ИСКӘНДӘР, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Бик‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Айырҡул й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1085 кеше; 1920 — 935; 1939 — 856; 1959 — 595; 1989 — 297; 2002 — 252; 2010 — 254 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Дәүләкән сорттар һынау участкаһы эшләй; башланғыс мәктәп (Суйынсы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1799 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Искәндәр Сәпәйев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Айырҡул, Апрыҡул булараҡ теркәлгән. 1865 й. 103 йортта 704 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тимерсе кәсебе, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәндәре булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019