ИСҠУЖА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
953
ИСҠУЖА, Орсоҡ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 32 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 126 кеше; 1920 — 189; 1939 — 135; 1959 — 115; 1989 — 95; 2002 — 128; 2010 — 145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Исҡужа Әбдрәшитов исеме м‑н аталған. 1866 й. 23 йортта 134 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: