ИСҠУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл
1037
ИСҠУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡашҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 164 кеше; 1920 — 312; 1939 — 175; 1959 — 185; 1989 — 174; 2002 — 204; 2010 —183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, мәсет бар.
Ауылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Исҡужа Йомашев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ишҡужа булараҡ теркәлгән. 1866 й. 42 йортта 258 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: