ИСҠУШ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл
1042
ИСҠУШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 192 кеше; 1920 — 291; 1939 — 320; 1959 — 425; 1989 — 234; 2002 — 214; 2010 — 202 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).
Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә элекке дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1896 й. 25 йортта 175 кеше йәшәгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: