Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЛАМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1035

ИСЛАМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 154 км алыҫлыҡта Оло Шәйек й. (Ағиҙел й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 188 кеше; 1920 — 205; 1939 — 153; 1959 — 164; 1989 — 295; 2002 — 374; 2010 — 359 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Аҫҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1843 й. һәм 1850 й. араһында Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Монасип а. (хәҙ. Иҫке Монасип а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Исламбай Йомағужин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Һарт булараҡ билдәле булған. 1866 й. 24 йортта 127 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. И. эргәһендәге Туҡмаҡ яланы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: