Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИММУНОЛОГИЯ

Просмотров: 1206

ИММУНОЛОГИЯ (иммунитет һәм ...логия), организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре, иммунитет механизмдары т‑дағы фән. Иммунобиология, иммуногенетика, иммунохимия, иммунопатология, клиник И. һ.б. бүленә.

Кеше И. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфөлә Пастер ст. асылғандан һуң башлана. 1915 й. уның базаһында ойошторолған Бактериология ин‑тында В.Н.Крыжановский етәкс. прививкалар өсөн 10‑дан ашыу препарат етештерелә, респ. клиникаларында тәүге серология лаб. асыла. 50—60‑сы йй. Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда микробиология һәм эксперименталь И. бүлеге, 1969 й. В.В.Сперанский етәкс. тәүге иммунология лаб. булдырыла. 70‑се йй. алып Республика клиник дауаханаһында, Республика балалар клиник дауаханаһында, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында, Медицина университетында (Г.Е.Ефимов), Онкология диспансерында, Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә (С.В.Сибиряк) клиник И. лаб., ш. уҡ Биология институтында (Ю.А.Хавкин), Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (В.А.Стригин), Нефтехимия һәм катализ институтында (Ю.А.Глухарев) иммунологик йүнәлешле лаб. ойошторола. БДМУ‑ла — иммуноэндокринология (Сперанский), иммуномикология (Ю.А.Медведев), иммуноэкология (Э.А.Имелбаева), иммунофармакология (Е.К.Алёхин, Д.Н.Лазарева, Н.А.Мофазалова), аллергология (Х.Х.Ганцева), иммунопатология (Ә.Б.Бәкеров, Р.Ә.Дәүләтшин, В.И.Никуличева), инфекцион И. (Р.Т.Мырҙабаева, М.М.Тойғонов, Р.М.Фазлыева, Д.Х.Хунафина) б‑са, Башҡорт дәүләт университетында вирус инфекцияларын диагностикалау (С.В.Веселов) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында — иммунопрофилактика, иммунотерапия һәм иммунобиотехнология (Е.В.Бобкова, Н.Н.Ворошилова, Е.М.Губарев, Ф.Г.Исупов, С.Ә.Йәнекәева, В.Ф.Кулагин, К.А.Лоҡманова, А.Г.Лютов, В.Н.Мельников, Н.И.Мельников, Н.А.Михайлова, В.М.Морогова, Т.Ғ.Ниғмәтуллин, В.Д.Смирнов, В.А.Трофимов һ.б.), Респ. клиник дауаханаһында сикләнгән иммунитет (Л.Ф.Аҙнабаева, Д.Р.Ваһапова), нейроиммунология (Ш.М.Сафин һ.б.) проблемалары өйрәнелә, Респ. балалар клиник дауаханаһында балаларҙың иммун системаһының мониторингы үткәрелә (Р.М.Хәйруллина), Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда производство факторҙарының иммунитетҡа тәьҫире (Л.М.Мәсәғүтова) өйрәнелә. ӨДАТУ-ла спортсыларҙың иммунопрофилактика, иммунотерапия проблемалары тикшерелә (Е.Г.Мокеева). БР‑ҙа Респ. балалар клиник дауаханаһы эргәһендә клиник иммунология бүлеге булған Иммуноаллергология үҙәге, клиникаларҙа иммунология һәм серология лаб. эшләй.

Хайуандар И. Фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлап Аграр университетта алып барыла. Төрлө ауырыуҙар ваҡытында иммуноморфологик үҙгәрештәр (Ф.Ә.Кәримов, У.Ғ.Ҡадиров, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова, Ғ.Р.Шакирова), органик булмаған матдәләр алмашыныу боҙолғанда иммунитеттың тәбиғи факторы күрһәткестәре (С.А.Ивановский, В.Н.Поляков һ.б.), а.х. малдары иммунитетына ионлашыу тәьҫире (Е.П.Дементьев, В.И.Мозжерин) өйрәнелә. 90‑сы йй. башлап а.х. малдары өсөн иммуномодуляторҙар булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.Ф.Исмәғилева, В.Г.Кирилов). Ә.В.Андреева һәм Е.Н.Сковородин етәкс. умартасылыҡ продукттарының, пробиотиктарҙың һ.б. хайуандар иммунитетына тәьҫире тикшерелә, төрлө ауырыуҙар ваҡытында барлыҡҡа килгән иммунодефициттар өйрәнелә, уларҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә.

Үҫемлектәр И. Фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. аҙағынан Биохимия һәм генетика институтында алып барыла. А.М.Ямалиев етәкс. бойҙайҙың фитопатогендарға сыҙамлығы өйрәнелә, экологик хәүефһеҙ препараттар‑иммуностимуляторҙар булдырыла. Биология ин‑тында А.И.Мелентьев етәкс. үҫемлектәрҙе ауырыу тыуҙырыусыларҙан һаҡлауҙың биол. ысулдары һәм биологик препараттар етештереү технологиялары эшләнә. БДУ‑ла төрлө ауырыу тыуҙырыусылар м‑н зарарланған борсаҡ, бойҙай, картуф, кукуруз һ.б. үҫемлектәрҙәге протеолитик ферменттарҙың һәм уларҙың ингибиторҙарының, лектиндарҙың активлығы тикшерелә (Р.И.Ибраһимов, И.Ф.Шәйәхмәтов, А.А.Ямалеева). БДАУ‑ҙа һәм БНИИСХ-ла борсаҡ һәм бойҙайҙың ҡоротҡостарға һәм паразиттарға сыҙамлығы баһалана, күп компонентлы системаларҙа (үҫемлек—фитопатоген бәшмәк—эндофит бактерия) үҫемлектәрҙең иммунитеты өйрәнелә (М.М.Ғәниев, Р.М.Хәйруллина). Шулай уҡ ҡара: Күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһы.

Әҙәб.: Таймазов В.А., Цыган В.Н., Мокеева Е.Г. Спорт и иммунитет. СПб., 2003; Иммуноцитологические исследования в ринологии: учеб. пособие /Н.А.Арефьева [и др.]. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2005.

А.Й.Ғилманов, Э.А.Имелбаева,

И.В.Максимов, Р.Т.Маннапова,

В.В.Сперанский, Р.М.Хәйруллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: