Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАДИРОВ Имам‑Ғәли Ғәлим улы

Просмотров: 1376

ҠАДИРОВ Имам‑Ғәли Ғәлим улы (24.3.1898, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡарамалытамаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Ҡартамаҡ а., — 2.5.1969, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1947). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (Ленинград, 1925) хәрби табип, 1929 й. БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, 1929— 32 йй. Ленинградта Хәрби‑мед. академия клиникаһында эшләй. 1936 й. алып БДМИ‑ла: дөйөм хирургия каф. мөдире, 1940—67 йй. факультет хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1941—45 йй. эвакуация госпиталдәренең төп хирургы һәм консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге хәрби‑ялан хирургияһы, ш. иҫ. анестезиологияһы һәм трансфузиологияһы проблемаларына, пуля яралағанда А.А.Богомолецтың антиретикуляр цитотоксик сывороткаһын ҡулланыу һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә; травмаларҙы, яман шештәрҙе, эхинококкозды һ.б. оператив дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н хирургтары йәмғиәте рәйесе (1947—64). БАССР ЮС‑ының 2—4‑се саҡырылыш депутаты, БАССР ЮС‑ы рәйесе (1947—55). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1953). Өфөлә Республика клиник дауаханаһы бинаһына һәм тыуған ауылында Ҡ. иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Хеҙм.: Обтурационный илеус: экспериментальное исследование. Уфа, 1942.

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019