Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘЛИМУЛЛИНА Дилара Хәтим ҡыҙы

Просмотров: 822

КӘЛИМУЛЛИНА Дилара Хәтим ҡыҙы (6.5.1959, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а.), терапевт, гематолог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре эске ауырыуҙар, гематология, трансфузиология һ.б. проблемаларға арналған. К. тарафынан БР‑ҙа гемобластоздарҙың эпидемиологияһы, ҡан һәм аш һеңдереү юлы сирҙәре м‑н ауырыусылар гумораль һәм күҙәнәк иммунитеты, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙары булғанда клиник‑генетик ассоциациялар өйрәнелә. Анемия, хроник лейкоз, күпләп булған миеломаны диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла, улар респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыуға индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Распространённость и прогностическое значение молекулярно‑генетических маркёров при множественной миеломе и хроническом лимфолейкозе. Уфа, 2009 (авторҙ.); Клиническое значение исследования генов детоксикации ксенобиотиков и обмена железа у больных циррозами печени. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019