Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМАЛОВ Миңлеғәли Хажиғәли улы

Просмотров: 1085

КАМАЛОВ Миңлеғәли Хажиғәли улы [9.3.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 8.4.1998, Өфө], хирург, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. канд. (1959). БР‑ҙың атҡ. табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1956 й. тиклем Мишкә р‑нында эшләй: район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта район дауаханаһы хирургы; 1959 й. алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында: баш хирург, 1960 й. башлап министр; 1988 й. — Респ. клиник дауаханаһында бүлек мөдире, 1992 й. — Һуғыш ветерандарының Өфө туберкулёз госпиталендә ойоштороу‑методик эш б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үт ҡыуыу юлдары хирургияһы мәсьәләләренә арналған. К. етәкс. респ. махсус мед. ярҙамы һәм мед. профилактика хеҙмәте үҫеш ала, ашығыс медицина ярҙамын ойоштороу системаһы камиллаштырыла, халыҡҡа мед. ярҙамын күрһәтеү участка принцибына күсерелә, сәнәғәт һәм а.х. пр‑тиелары эшселәре өсөн шифаханапрофилакторийҙар ойошторола. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 6—11‑се, БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт билдәһе” (1961, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Дәүләкән ҡ. урамға К. исеме бирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 

Хеҙм.: Совершенствование развития здравоохранения Башкирии (1959—1985 гг.). Уфа, 1986  (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019