Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы

Просмотров: 1446

КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы (7.11.1940, Ташкент ҡ.), биохимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РФ‑тың (2004) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. фән эшмәкәре. Силәбе мед. ин‑тын тамамлаған (1964), 1967 й. алып шунда уҡ эшләй. 1978 й. БДМУ‑ла: биол. һәм биоорганик химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1982 й. алып дауалау ф‑ты деканы, 1983 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор, 1988—94 йй. ректор. Фәнни эшмәкәрлеге дарыуҙарҙың биохимик тәьҫир итеү механизмын, балаларҙа бешеү ауырыуы булғанда метаболизмдың боҙолоуын өйрәнеүгә; диоксинлы гербицидтар һәм полихлорлы бифенилдар тәьҫире ваҡытында геморрагик биҙгәкте, йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, тоташтырыусы һәм һөйәк туҡымалары патологияһын, эндокрин, гематологик, иммунохимик һәм репродуктив боҙолоуҙарҙы иртә диагностикалауҙың биохимик критерийҙарын эшләүгә, иммунологик әүҙемлеккә эйә пептидтар алыу ысулын үҙләштереүгә, йод етешмәүен иҫкәртеү өсөн биол. актив өҫтәмәләр һ.б. булдырыуға арналған. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 35 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй биохимиктары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1996 й. алып), БР ФА‑ның соматик һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау б‑са ғилми советы рәйесе (1993 й. алып).

Хеҙм.: Иммунотропные эффекты феноксигербицидов. Уфа, 2000 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: вопросы патогенеза и диагностики. Уфа,  2002 (авторҙ.); Комплемент и антитела при онкологических заболеваниях. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Илл.: Ф.Х.Камилев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0