Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЛИННИКИ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 955

КАЛИННИКИ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Калинники а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 70 км алыҫлыҡта, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында, Калинка й. һәм Старица күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1477 кеше; 1920 — 1564; 1939 — 1406; 1959 — 1134; 1989 — 1187; 2002 — 967; 2010 — 1005 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са монастырь крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1723 й. алып билдәле. 1795 й. 581 кеше йәшәгән, 1865 й. 128 йортта — 1186 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, 5 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү (1897 й. төҙөлгән), сиркәүмәхәллә мәктәбе, земство училищеһы, китапхана‑уҡыу бүлмәһе, 5 тимерлек, 3 ярма һурҙырғыс, бакалея, шарап, мануфактура һәм һыра кибеттәре, 2 мөгәзәй теркәлгән; йәр‑ минкәләр үткән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: