Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА

Просмотров: 813

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА, инфраҡыҙыл нурланышты (оҙонлоғо 0,76‑нан 1000 мкм тиклем булған тулҡындар спектры) барлыҡҡа килтереү, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү ҡорамалдары, приборҙары, ш. уҡ фән һәм техниканың инфраҡыҙыл нурланышты, уның физик үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән ысулдарҙы һәм техник сараларҙы өйрәнеүсе ғәмәли өлкәһе. Тәғәйенләнеше б‑са техник саралар инфраҡыҙыл нурланыш сығанаҡтарына (тәбиғи, техник), теркәү һәм эшкәртеү ҡорамалдарына (приёмниктар, электр‑оптик үҙгәрткестәр), фокусҡа йыйыу һәм күсермә алыу системаларына бүленә. ӨДАТУ-ла 20 б. 70‑се йй. алып эретмәләрҙең төҙөлөшөн, шыйыҡлыҡтарҙағы молекулаларҙың һәм иондарҙың динамикаһын өйрәнеү өсөн тирбәлеү спектроскопияһы (инфраҡыҙыл йотолоу һәм яҡтылыҡтың Раман сәселеүе) ысулдары ҡулланыла (И.С.Перелыгин һ.б.). 1980—99 йй. Салауат оптика‑механика заводында төндә күреү приборҙары (биноклдәр, моноокулярҙар) эшләп сығарыла.

Әҙәб.: Экспериментальные методы химии растворов: спектроскопия и калориметрия /И.С.Перелыгин [и др.]. М., 1995.

А.С.Краузе, Б.Ғакиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: