Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ

Просмотров: 1046

ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ, ионлы легирлау, вакуум ҡулайламаларында өҫкө йөҙөн иондар м‑н һуҡтырып, ҡаты есемдең эсенә сит атомдарҙы индереү; вакуумлы ионлы-плазмалы технологияның бер төрө. Башҡортостанда И.и. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла башлана (С.М.Боровский, В.С.Мухин, А.М.Смыслов). Өҫкө йөҙгә ҡуйылған талаптарға ярашлы тейешле технология уйлап табыла. Лантаноидтар төркөмө матдәләрен индереү деталдәрҙең — утҡа сыҙамлылығын, карбид йәки борид барлыҡҡа килтереүсе элементтарҙы индереү ҡатылығын һәм ныҡлығын арттыра. И.и. ваҡытында алдағы эшкәртеүҙән ҡалған дефектлы ҡатлам алына, имплантациянан һуң үткәрелгән яндырыу ваҡытында үтә ваҡ бөртөклө нығыныу фазаһы башлана, радиацион нығыныу һәм ҡыҫыусы көсөргәнеш формалаша башлай. И.и. технологияһы ӨМЭПБ‑ла, арыуға ҡаршы тороу ныҡлығын арттырыу маҡсатында, газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен эшкәрткәндә ҡулланыла. 1992 й. алып пр‑тиела 200×300 мм үлсәмле 100‑ҙән ашыу деталде бер үк ваҡытта эшкәртә алған вакуум ҡулайламалары булған И.и. участкаһы файҙа- ланыла. И.и. шулай уҡ металл ҡырҡҡыс инструменттарҙың, штамплау ҡорамалдарының файҙаланыу күрһәткестәрен яҡшыртыу һ.б. өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Мухин В.С., Смыслов А.М., Боровский С.М. Модифицирование поверхности деталей ГТД по условиям эксплуатации. М., 1995.

А.М.Смыслов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: