Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИОФИНОВ Август Павлович

Просмотров: 817

ИОФИНОВ Август Павлович (12.8.1932, Ленинград — 22.3.2005, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. инженеры (1980), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1971). Лениград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (Пушкин ҡ., 1955) Ҡаҙаҡ ССР‑ы Ҡустанай өлк. инженер булып эшләй. 1961—2005 йй. БДАУ-ҙа: 1962 й. алып а.х. машиналары каф., 1994—99 йй. информатика һәм ғилми тикшеренеү нигеҙҙәре каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. автоматлаштырыу һәм технологик процестарҙың матем. моделдәрен төҙөү проблемаларына арналған. И. тарафынан сөгөлдөр йыйыу комбайндарының элмәле һабандарының йөрөү тәрәнлеген автоматик көйләү системалары, ҙур диаметрлы үткәргес торбалар һалған саҡта ерҙәрҙе яңыртыу технологиялары эшләнә, улар БР һәм РФ-тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проблемы управления качеством работы сельскохозяйственной техники. Уфа, 1999 (авторҙ.); Основы научных исследований. Уфа, 2001.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019