Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР

Просмотров: 1259

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР, автомобиль юлдарында, тимер юлдарҙың башҡа юлдар, йылғалар, йырындар һ.б. ҡаршылыҡтар м‑н киҫешкән урындарында ҡорола. Я.ҡ. һыу үткәргән объекттар (күперҙәр, торбалар) һәм юлдар киҫешкән урындағы юл күперҙәре, тау юлдарындағы махсус ҡоролмалар (тоннелдәр, эстакадалар һ.б.) инә. 1952 й. башлап респ. “Уралдортранс”, 1959 й. — “Башкирдортранспроект” проект‑тикшеренеү ин‑ты һ.б. тарафынан Я.ҡ. проектлау һәм төҙөү өсөн инженер‑геол. һәм гидрологик тикшеренеүҙәр, тө­ҙөү, үҙгәртеп ҡороу һәм ремонтлау проекттары алып барыла. Я.ҡ. төҙөүҙе 1949 й. башлап Мостоотряд №30 (“Уралмостострой” ЯАЙ), 1969 й. — Күпер төҙөү идаралығы һ.б. алып бара. 2007 й. Өфөлә (К.Маркс һәм Вокзал урамдары киҫешкән урында) ҡатмарлы инженер­геол. шарттарҙа (4—6 м тиклем булған карст упҡындары, ныҡ йомшарған тупраҡ, тектоник һынылыш һәм тупраҡ ҡатламдарының күсеүе) ике тимер‑бетон плитаға урынлаштырылып төҙөлгән трамвай юл үткәргесе уникаль Я.ҡ. булып тора.

В.М.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: