Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы

Просмотров: 1386

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы (10.10.1944, БАССР‑ҙың Нуриман районы Нимесләр а.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Р.С.Исмәғилевтең улы. ӨАИ‑ны тамамлаған (1973), 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1996 й. башлап авиация приборҙары төҙөү факультеты деканы, 2000—21 йй. — электромеханика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса, 2009 й. — ойоштороу‑хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса проректор һәм 2013—14 йй. ректор кәңәшсеһе. 1967—82 йй. БДУ‑ла эшләй: 1972 й. алып баш энергетик, 1973—79 йй. административ‑хужалыҡ эштәре буйынса проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре энергияның махсуслаштырылған электромеханик үҙгәрткестәрен төҙөү менән бәйле. И. етәкселегендә шартлауҙан һаҡлаусы асинхрон двигателдәр серияһы (Өфө агрегат производство берекмәһендә сығарыла), электр тогы генераторҙары эшләнә. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2020).

   Х е ҙ м.: Электромагнитные элементы систем управления со сложной геометрией ротора. Уфа, 1997; Общие вопросы проектирования технических объектов в электротехнике. М., 2003; Теория демпфирующих электромеханических преобразователей с распределённой вторичной средой. М., 2010 (авторҙ.).

И.Х.Хәйруллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.10.2021
Связанные темы рубрикатора: