Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШБАЕВ Ғиниәтулла Ғарифулла улы

Просмотров: 842

ИШБАЕВ Ғиниәтулла Ғарифулла улы (20.7.1961, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Уральск ҡсб), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2008). РФ-тың (2014), БР‑ҙың (2003) атҡ. нефтсеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып сектор мөдире, 1991—99 йй. “Азимут” ҒПП‑нда бүлек нач.; бер үк ваҡытта 2000 й. башлап “Буринтех” ҒПП‑ның ЯСЙ (Өфө) дир., 2008 й. — ген. директоры. Фәнни хеҙмәттәре быраулау проблемаларына арналған. И. етәкс. быраулау, нефть промыслалары инструменттары һәм уларҙы эшләү технологиялары уйлап табыла. И. тарафынан ер бырауҙары, скважиналарҙы ремонтлау һәм яңынан сафҡа индереү өсөн бер юллы фрезалар, бырау баштары һәм махсус инструменттар комплекты эшләнә һәм уларҙы сериялы етештереү ойошторола. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең нефть һәм газ сығарыу пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2000). Салауат Юлаев орд. м-н бүләкләнгән (2016).

Хеҙм.: Скважинные фрезерные инструменты для ремонта скважин. Уфа, 1997; Причины нарушения и повышения долговечности крепи скважин. Уфа, 2002 (авторҙ.); Вспомогательный инструмент для бурения и ремонта скважин. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Ф.Ә.Әғзәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: