Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы

Просмотров: 990

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы [3.12.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2016). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) эшләй. 1960 й. алып Өфөлә: “Башнефтегеофизика” тресында, 1961 й. башлап “Башнефтепроект” ин‑тында, 1967 й. — “Башнефть” берекмәһендә. 1969 й. алып И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин-тында,  1972 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге нефтьсығарыу проблемаларына арналған. И. етәкс. насос ҡорамалдарында нефттең эйәрсен газдары энергияһын ҡулланып аҙ дебитлы скважиналарҙан күп фазалы продукция алыуҙың энергия һаҡлаусы технологияһы эшләнә. Асыштары БР‑ҙың, РФ-тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть сығарыу пр‑тиеларына индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 34 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Рациональное использование попутного нефтяного газа: техника, технология, проблемы и пути решения. Уфа, 2010 (авторҙ.); Механика дисперсных систем в нефтегазовом производстве. Уфа, 2012 (авторҙ.); Машины и оборудование для добычи и подготовки нефти и газа. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Ю.Г.Матвеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: