Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВА Лилиә Ҡаҙим ҡыҙы

Просмотров: 926

КӘРИМОВА Лилиә Ҡаҙим ҡыҙы (10.4.1954, Өфө), гигиенист, эпидемиолог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1984 й. алып лаб. етәксеһе, 1989 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — бүлек етәксеһе, 2013 й. алып баш ғилми хеҙм-р; бер үк ваҡытта 2004–13 йй. БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре тирә‑яҡ мөхиттең насар факторҙарының халыҡ һаулығына йоғонтоһон баһалауға һәм техноген бысранған төбәктәрҙә әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау проблемаларына арналған. К. тарафынан БР‑ҙа ҡатын‑ҡыҙҙарҙың һөнәри ауырыусанлығы өйрәнелә, сәнәғәт һәм а.х. пр‑тиеларында эшләүсе ҡатын‑ҡыҙҙарҙың соматик һәм репродуктив һаулығын һаҡлау б‑са саралар булдырыла. К. ҡатнашлығында нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте эшселәрендә һөнәри ауырыуҙар барлыҡҡа килеү күҙалланғанда уларҙың һаулығы өсөн һөнәри хәүеф критерийҙары эшләнә. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нефть и здоровье. В 2 ч. Уфа, 1993 (авторҙ.); Профессиональный риск для здоровья работников химических и нефтехимических производств. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.03.2024