Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРНАУХОВ Михаил Николаевич

Просмотров: 631

КАРНАУХОВ Михаил Николаевич (18.6.1889, Вятка губ. Слободской ҡ. — 8.1.1971, Өфө), фтизиатр. Мед. ф. канд. (1949). РСФСР-ҙың атҡ. табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Юрьев ун‑тын тамамлағандан һуң (Эстония, 1916) Көңгөр ҡ. эшләй, 1919 й. Свердловск ҡ.: 1922 й. тиклем т. юл дауаханаһы мөдире, 1920—24 йй. Урал ун‑тында (1922 й. алып диагностика, шәхси патология һәм терапия каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1922 й. башлап туберкулёз ҒТИ‑нда (дир., 1937 й. алып бүлек мөдире) һәм 1934 й. башлап мед. ин‑тында. 1939—64 йй. БДМИ-ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1939 й. алып Башҡ‑н респ. туберкулёзға ҡаршы диспансерында: фәнни етәксе, 1942 й. башлап бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре туберкулёз м‑н ауырығандарға махсус мед. ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуҙы камиллаштырыуға, ауырыуҙың эпидемиологияһы һәм уны, ш. уҡ ҡымыҙ файҙаланып, дауалау мәсьәләләренә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н фтизиатрҙары йәмғиәте рәйесе (1939—49). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Хеҙм.: Кумысолечение в Башкирии.Уфа, 1948; Как уберечься от туберкулёза. Уфа, 1950; Башкирский кумыс и кумысолечение. Уфа, 1961. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019