Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛДЕБӘКОВА Раушания Нәсғетдин ҡыҙы

Просмотров: 798

КИЛДЕБӘКОВА Раушания Нәсғетдин ҡыҙы (13.7.1949, Бәләбәй ҡ.), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) С.М.Киров ис. Өфө телефон аппаратураһы з‑ды поликлиникаһы терапевы, 1979 й. алып Өфөнөң 1‑се дауаханаһында эшләй, 1982 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре кардиология һәм экстремаль мед. мәсьәләләренә арналған. К. тарафынан гипертония ауырыуын иртә диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре өйрәнелә, ауыл ерендә йәшәүселәр һәм сәнәғәт пр‑тиеларында эшләүселәр өсөн уны иҫкәртеү б‑са тәҡдимдәр эшләнә, ҡайһы бер ағыулы матдәләр м‑н зарарланғанда, йомшаҡ туҡымалар оҙаҡ ҡыҫылып йөрөгәндә киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге һ.б. ваҡытында дауалау ысулдары камиллаштырыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Медико‑психологическое сопровождение лиц экстремальных профессий. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019