Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛИМАНОВ Владимир Владимирович

Просмотров: 625

КЛИМАНОВ Владимир Владимирович (17.2.1942, Бәләбәй ҡ. — 18.6.2018, Өфө ҡ.), балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Республика клиник дауаханаһында эшләй (1970 й. алып бүлек мөдире), 1972 й. алып Республика балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. 1974 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа хирургик дауалауға сәбәптәр тыуғанда хроник шешеү дәрәжәһен билдәләүгә, ҡотолғоһоҙ процестарҙы диагностикалауға һәм ҡурылдайҙың, үпкәнең, йыуан эсәктең хроник ауырыуҙарын хирургик дауалауҙы камиллаштырыуға, педиатрҙарҙы һөнәри йәһәттән әҙерләү мәсьәләләренә арналған. К. тарафынан балаларҙа йыуан эсәк һәм ҡурылдай мускулдары төҙөлөшөнөң функциональ торошоноң электромиографик күрһәткес параметрҙары эшләнгән, улар БР‑ҙа дауалау практикаһында ҡулланыла.

 Х е ҙ м.: Клиническая патофизиология детского возраста: диагностика патологических состояний у детей с позиций патологической физиологии. СПб., 1997 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023