Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРЛЫХАН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 944

ҠАРЛЫХАН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Ҡарлыхан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 42 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) 76 км алыҫлыҡта Нөгөш һәм Ыйыҡ йй. (Әй й. ҡушылдығы) араһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2926 кеше; 1920 – 3547; 1939 – 2467; 1959 – 2535; 1989 — 1738; 2002 – 1640; 2010 – 1343 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Родные напевы” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Нөгөш а. кешеләре Ҡарлыхан утары булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. сиркәү (1883 й. төҙөлгән), 2 класлы министрлыҡ һәм земство училищелары, 2 тимерлек, 2 мануфактура һәм 6 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне теркәлгән. А.В.Усова ошо ауылда тыуған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: