Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘҘӘЙШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 650

БӘҘӘЙШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 127 кеше; 1959 — 118; 1989 — 129; 2002 — 103; 2010 — 100 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

1920 й. һәм 1925 й. араһында Өфө кантонында, фаразланыуынса, ш. уҡ кантондың Яңы Бәҙәй а. кешеләре Б. утары булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 17 йорт теркәлгән. 1939 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1953 й. хәҙ. статусын ала.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019