Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович

Просмотров: 690

КИРПИЧЕНКО Борис Иванович (4.1.1939, Кисловодск ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр докторы (1994). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлағандан һуң (1966) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтында (Октябрьский ҡ.) эшләй: партия начальнигы, 1972 й. алып һәм 1991 й. — бүлек һәм лаборатория мөдире, 1988 й. башлап һәм 2003 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәргә бәйле. К. тарафынан быраулау этаптарында юғары сифатлы ҡатламдар изоляциялау технологиялары, нефть‑газ скважиналарын үҙләштереүҙә һәм ремонтлауҙа каротаждың тауыш‑акустика ысулдары уйлап табыла. И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты (1974).

К.В.Антонов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022
Связанные темы рубрикатора: