Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИТМАНОВ Роальд Викторович

Просмотров: 714

КИТМАНОВ Роальд Викторович (23.1.1930, Улан‑Батор ҡ. — 5.5.2007, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен комплекслы автоматлаштырыу ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының Октябрьский филиалында эшләй. 1962 й. алып Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институтында (Октябрьский ҡ.): 1975—79 йй. һәм 1986—88 йй. лаборатория мөдире, 1980 й. — ғилми секретарь, 1988—99 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге каротаж кабелгә беркетелгән приборҙар ярҙамында ер ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һәм һынап ҡарау һөҙөмтәләренә интерпретация биреүҙең техник сараларын уйлап табыу, технологияларын, методикаһын асыҡлау менән бәйле. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980).

К.В.Антонов

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022
Связанные темы рубрикатора: