Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич

Просмотров: 1104

КОВАЛЁВ Сергей Григорьевич (30.10.1958, БАССР‑ҙың Өфө районы Шаҡша ст. ҡсб, хәҙер Өфө ҡ. эсендә), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1984). 1980 й. алып Геология институтында эшләй: 1994 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2008 й. — магматизм һәм метаморфизм лабораторияһы етәксеһе, 2012 й. — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары һәм баш ғилми хеҙмәткәр, 2017 й. алып директор вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 2002—12 йй. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында, 2008 й. башлап БДПУ‑ла, 2012—13 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың кембрий алды магматик һәм метаморфик тоҡомдары петрологияһына һәм аҫыл металдар металлогенияһына арналған. К. тарафынан Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенең рифейҙағы геодинамик үҫеше моделе төҙөлгән.

Хеҙм.: Белорецкий метаморфический комплекс. Уфа, 2009 (авторҙ.). Генезис сульфатов и сульфидов в нижнерифейских отложениях Камско-Бельского авлакогена и Башкирского мегантиклинория. Уфа, 2009 (авторҙ.); Полезные ископаемые Республики Башкортостан (металлы). Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: