Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОБ-ПОКРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 728

КОБ-ПОКРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 4 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 701 кеше; 1939 — 638; 1959 — 325; 1989 — 400; 2002 — 558; 2010 — 557 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Языков урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә ер биләүсе Кондратьеванан һатып алынған ерҙәрҙә Курск губ. күсеп килеүселәр Яңы Покровка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. Покровка а. (Кобыльский ширҡәте) булараҡ иҫәпкә алынған, 69 йортта 616 кеше йәшәгән. Бакалея кибете һәм ҡаҙна шарап кибете булған. 1906 й. К.‑П. (Покровка-Кобыльскийҙа) 3 ел тирмәне теркәлгән. 1920 й. Кобыльский-Покровка исеме м‑н теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: