Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУВАКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 621

КУВАКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Никольск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Ҡарман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡоро Ҡалмаш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 463; 1939 — 455; 1959 — 415; 1989 — 227; 2002 — 145; 2010 — 202 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала, 1795 й. алып (71 ир‑ат иҫәпкә алынған) билдәле. Шулай уҡ Ҡоро Ҡалмаш булараҡ теркәлгән. 1865 й. 41 йортта 237 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: