Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 718

ҠЫУАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 285 кеше; 1920 — 505; 1939 — 131; 1959 — 339; 1989 — 250; 2002 — 239; 2010 — 198 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Ҡыуат Әсәнов исеме м‑н аталған. 1866 й. 42 йортта 458 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Ҡ. (Иҫке һәм Яңы Ҡ.), 1939 й. Оло Ҡыуат булараҡ теркәлгән, 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: