Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮГӘРСЕН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1197

КҮГӘРСЕН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 737 кеше; 1920 — 918; 1939 — 930; 1959 — 1010; 1989 — 835; 2002 — 918; 2010 — 856 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 2‑се ярт.), бер мәғлүмәт б‑са, Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, икенсе мәғлүмәткә ярашлы, керҙәшлек килешеүе б‑са Минзәлә өйәҙе Ҡарамалы а. кешеләре нигеҙ һала. 1812 й. керҙәшлек шарттарында бында Бөгөлмә өйәҙе Яңы Митрәй а. кешеләре килеп урынлаша. Шулай уҡ Сәлих (Аҡҡондоҙ) исеме м‑н теркәлгән. 1866 й. 31 йортта 301 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 1935—36 йй. Ейәнсура р‑нының адм. үҙәге. К.М.Ғүмәров, М.Н.Кәримов, Н.Ғ.Кәримов, А.Г.Хөсәйенов, К.Ғ.Әбделминев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019