НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ КОЛЛЕКТОРҘАРЫ
НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ КОЛЛЕКТОРҘАРЫ, нефть һәм тәбиғи газды урынлаштырыу һәм баҫым түбәнәйгәндә уларҙы үҙҙәре аша үткәреү мөмкинлеге булған тау тоҡомдары. Н.һ.г.к. күбеһе ултырма тоҡомдарҙа барлыҡҡа килә; шулай уҡ вулкан тоҡомдары менән бәйле булған Н.һ.г.к. билдәле. Күҙәнәклек, сатнағанлыҡ, ҡыуышлыҡ һ.б. үҫеше менән бәйле күләм-фильтрация үҙенсәлектәре хас; бөрсөклө, йәки күҙәнәкле, сатнаған, ҡыуышлы һәм ҡатнаш Н.һ.г.к. айырыла. Н.һ.г.к. продуктлылығы, күрһәтелгән характеристикаларҙан тыш, уның ҡалынлығы, киҫелештә тотороҡлолоғо, нефть менән тулышлығы һ.б. менән билдәләнә. Башҡортостандың нефть ятҡылыҡтарында һәм газ ятҡылыҡтарында Н.һ.г.к. девон, карбон һәм аҫҡы пермдең терриген һәм карбонатлы ҡатламдарында үҫешкән. Терриген тоҡомдар араһында Н.һ.г.к. булып төрлө дәрәжәләге күҙәнәкле һәм үткәреүсәнлекле ҡомташтар, һирәгерәк алевролиттар һанала. Карбонатлы Н.һ.г.к. күҙәнәкле, сатнаған, һирәгерәк ҡыуыш эзбизташтар, доломиттар һәм доломитланған эзбизташтарҙан тора.
К.С.Баймөхәмәтов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов