Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМАРОВ Владимир Леонидович

Просмотров: 772

КОМАРОВ Владимир Леонидович (23.9.1930, Чита ҡ. — 2.9.1974, Өфө ҡ.), геолог‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1972). Ҡазан университетын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй, 1959 й. — Өфө ҒТИ‑нда лаборатория мөдире, 1970 й. — Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ‑нда директор урынбаҫары (бөтәһе лә — Өфө ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ВолгаУрал нефтле һәм газлы провинцияһы ятҡылыҡтары нефть һәм газ коллекторҙарының петрофизик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан Арлан нефть ятҡылығын, Туймазы нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе проектлауҙа ҡулланылған геофизик ысул комплекстары буйынса продуктив ҡатламдарҙы асыҡлау һәм баһалау, торба аралыҡтары аша механизацияланған скважиналарҙы өйрәнеү алымдары эшләнгән.

М.В.Семёнова

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022
Связанные темы рубрикатора: