Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНГЛОМЕРАТ

Просмотров: 1654

 

КОНГЛОМЕРАТ (латинса conglomeratus — тығыҙ), ултырма тау тоҡомо. Цементланған, әүәләнгән киҫәктәрҙән (ҡырсынташтарҙан) тора, уларҙың үлсәме диаметры 10 мм артыҡ. Структураһы псефитлы, текстураһы тарҡау йәки тупаҫ ҡатламлы. Төрлө төҫмөрлө, сыбар. К. менән һибелмә ятҡылыҡтар бәйле. БР‑ҙа К. ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийында рифейҙың әй, машаҡ свиталары һәм вендтың әшә серияһы ултырмаларында, Уралтау зонаһы, Урал алды бөгөлөнөң әселе ярусы һәм әртә ярусы ултырмаларында осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.02.2024